Атайсал
1 Август 2023, 04:15

Башҡортостанда ойоштороласаҡ яңы ирекле батальонға Рәсәй Геройының исеме бирелә

Башҡортостанда махсус хәрби операция бурыстарын үтәү өсөн тағы бер ирекле батальон ойошторола

Башҡортостанда ойоштороласаҡ яңы ирекле батальонға Рәсәй Геройының исеме биреләБашҡортостанда ойоштороласаҡ яңы ирекле батальонға Рәсәй Геройының исеме бирелә
Башҡортостанда ойоштороласаҡ яңы ирекле батальонға Рәсәй Геройының исеме бирелә

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо турала белдерҙе, тип яҙа “Башинформ”.

Радий Хәбировҡа Әлшәй районындағы «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе ветерандары мөрәжәғәт иткән. Контракт хеҙмәтенә ярҙам штабына батальондар сафына инеү өсөн ғаризалар һаман килә, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Хәрби туғанлыҡ» ағзалары тағы бер исемле батальон төҙөргә һәм яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың исемен бирергә тәҡдим итә. Ошондай башланғыс булғас, беҙ уны хупларбыҙ тип уйлайым. Шуға күрә республика Башлығы Хакимиәтенән тейешле эштәрҙе башлауҙарын һорайым. Оборона министрлығы менән һөйләшермен, эште башлайбыҙ», - тине Радий Хәбиров.

Республика Алмаз Сафин исемендәге яңы батальонды ойоштороу йәһәтенән барлыҡ сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала, тине Радий Хәбиров.

«Республикала тәү сираттағы бурыс — махсус хәрби операцияға ярҙам итеү, беҙ унан бер аҙым да ситкә тайпылмайбыҙ. Был яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото:«Башҡорт батальоны» телеграм-каналы

Читайте нас