Атайсал
6 Август 2023, 09:35

26 районда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

...

Башҡортстандың бер нисә районында, ҡоролоҡ булыу сәбәпле, ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Был хаҡта бойороҡҡа республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Ғәҙәттән тыш хәл режимы 28 авгусҡа тиклем Әлшәй, Баҡалы, Балаҡатай, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Хәйбулла, Саҡмағош, Шаран һәм Яңауыл райондарында индерелә. Был муниципалитеттар ғәҙәттән тыш хәл зонаһы тип танылған.

Тармаҡ ойошмаларына крәҫтиән-фермер хужалыҡтары вәкилдәре менән берлектә тупраҡ ҡоролоғо һөҙөмтәһен йомшартыу буйынса саралар күреү йөкмәтелгән. Республика Ауыл хужалығы министрлығына ауыл хужалығы культуралары һәләк булыуҙан килгән зыянды һәм уларҙы үҫтереү ваҡытына ҡәҙәр сығымдарҙы дәлилләүсе документтар әҙерләргә кәрәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас