Атайсал
6 Август 2023, 15:25

Юғалған әсәй бер айҙан һуң табылған

Өфөгә аҡса эшләргә китеп ғәйеп булған ҡатынды тапҡандар

Юғалған әсәй бер айҙан һуң табылғанЮғалған әсәй бер айҙан һуң табылған
Юғалған әсәй бер айҙан һуң табылған

Өфөгә аҡса эшләргә тип китеп ғәйеп булған ҡатынды, бер ай үткәс,  тапҡандар. Был турала "КП-Өфө" баҫмаһына һылтанма менән “Башҡортостан” хәбәр итте. 34 йәшлек Гөлназ Н. Ҡырмыҫҡалы районынан. Юғалғас, уны ирекмәндәр эҙләй башлағайны. Әле иһә “БашРегионСпас” эҙәрмәндәр ойошмаһы уның табылыуы тураһында хәбәр итә. Уны ниндәй шарттарҙа тапҡандары тураһында әйтелмәгән. Иң мөһиме, ул иҫән.

Был Гөлназдың тәүге тапҡыр ғына юғалыуы түгел икән. Әсәһе уны яҙын да бер эҙләгәгән. Һуңғы тапҡыр ул июль башында өйөнән сығып киткән ине. Әсәһе әйтеүенсә, уның баш ҡалала ниндәйҙер ир менән бәйләнешкә инеүе бар.

Өйөндә ҡатынды бәләкәй ҡыҙы көткәне билдәле.

Фото: "КП-Өфө" / “Башҡортостан”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас