

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылынан хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән ҡатындың эҙләү туҡтатылған. «Лиза Алерт РБ» отряды хәбәр итеүенсә, уны үле килеш тапҡандар, тип хәбәр итте "Башинформ". Быға тиклем киң мәғлүмәт сараларында 1 августан алып ҡайҙалығы билдәле булмаған 49 йәшлек Луиза Дәүләтбирҙинаны эҙләүҙәре тураһында хәбәр иткәйне.
Был ваҡиға буйынса тураһында тулы мәғлүмәт әлегә юҡ. Ҡотҡарыусылар мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша.