Атайсал
22 Август 2023, 05:05

Йәшен йәшнәй, ямғыр яуа

Ейәнсураларҙы ниндәй һауа торошо көтә

Йәшен йәшнәй, ямғыр яуаЙәшен йәшнәй, ямғыр яуа
Йәшен йәшнәй, ямғыр яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса,  Ейәнсура районында был көндәрҙә һауа температураһы түбәнәйә, ямғырҙар яуа.

Яндекс. Һауа торшо сервисы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн, 22 августа, болотло була, ямғыр яуа, күк  күкрәй. Һауа температураһы көндөҙ +24...+26, төндә +16...+19 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнбайыштан иҫә, еңелсә.

Киләһе ике көндә, 23 һәм 24 августа, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +17...+21, төндә +15...+16 градус буласаҡ, 24 августа +8 градусҡа тиклем түбәнәйә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас