+24 °С
Ямғыр


Балтас районынан әсә һәм уның уҡыусы улы Мысырҙа ял иткәндә һыуға батҡан. Был хаҡта Иҫке Балтас ауыл советынан хәбәр иттеләр, тип яҙа “Башинформ”. Фажиғә сит ил пляждарының береһендә булған. Яҡташыбыҙ ире һәм өс балаһы менән һыу инеп йөрөгән.
Әсә менән бергә уның өлкән улының да ғүмере өҙөлгән. Ауыл хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, алты һәм өс йәшлек малайҙар атаһы тәрбиәһендә ҡала.