Атайсал
23 Сентябрь 2023, 14:20

Урмансылар бүләкләнде

Өфө урман техник техникумында республиканың Урман хужалығы министрлығының киңәйтелгән күсмә ултырышы үтте. Сара Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналды. 

Кәңәшмәлә республика Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатнашты. Дөйөм алғанда, ул урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эшен ыңғай баһаланы, әммә бөгөн был тармаҡты борсоған мәсьәләләргә лә туҡталды. 

– Беҙ ауыр сәйәси һәм иҡтисади осорҙа йәшәйбеҙ. Санкциялар Рәсәйҙәге тормошто насарайтыуға йүнәлтелгән, әммә беҙгә илебеҙҙең, республикабыҙҙың киләсәге өсөн эшләргә кәрәк. Климат та үҙгәрә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ҡоролоҡ йонсота. Әммә урман үҫергә тейеш, шуға ла ул уттан, ебәк күбәләгенән зыян күрмәһен өсөн саралар күреү мөһим, – тине ул. 

Илшат Фәзрахманов йәш кадрҙарҙы әҙерләү мәсьәләһенә айырым туҡталды һәм урманлы райондарҙағы ауыл мәктәптәрендә урман кластары булдырырға тәҡдим итте. 

– Беҙҙең бурыс – яңы быуынды үҫтереү. Унда ошо ерҙә тыуып үҫкән белгестәр, етәкселәр эшләргә тейеш, шуға ла ауыл мәктәптәрендә урман кластары булдырырға, балаларҙы VI кластан ошо йүнәлештә уҡытырға кәрәк, – тине Илшат Фәзрахманов. 

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе, Рәсәй Урмансылары йәмәғәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Марат Ғәбитов урман хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләне һәм бөгөн урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең техника менән яҡшы тәьмин ителеүен билдәләп үтте. 

- Бөгөн һеҙ үҙәкләштерелгән рәүештә техника менән тәьмин ителәһегеҙ. Элек беҙ йылына бер-ике техника алдыҡ. Эш күп булды, ә транспорт булманы. Хәҙер һеҙ мобиль эшләйһегеҙ, беҙҙең кеүек юлда машина көтөп тормайһығыҙ. Беҙҙең заманда янғын һүндереү машинаһы урмансылар өсөн хыялда ғына булды, - тине урман хужалығы ветераны. 

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов тармаҡтағы ҡаҙаныштар һәм киләсәккә ҡуйылған бурыстар тураһында һөйләне. 

 – Бөгөн федераль һәм төбәк кимәлендә ҡуйылған урман хужалығын үҫтереүҙең төп маҡсаты – урмандарҙы арттырыу һәм уны һаҡлауҙы тәьмин итеү. Уға “Урмандарҙы Һаҡлау” федераль проектын тулыһынса тормошҡа ашырыу ярҙам итә. Был проект урман хужалығын үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр асты, республика федераль бюджеттан 700 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп итте, был дәүләт программаһы буйынса алынған аҡсаны иҫәпкә алмағанда. Мәҫәлән, әгәр 2018 йылда урман хужалығына федераль финанслау ни бары 387 миллион һум тәшкил итһә, ағымдағы йылға беҙ миллиардҡа яҡын аҡса йәлеп итә алдыҡ. 

Беҙ йәлеп иткән аҡса тәү сиратта урман тергеҙеү эштәрен үткәреүгә һәм техника һатып алыуға йүнәлтелде. Әгәр 2010 – 2018 йылдарҙа 502 миллион һумға 156 берәмек техника һәм 535 берәмек ҡорамал һатып алынһа, һуңғы биш йылда беҙ учреждениеларыбыҙҙың матди-техник базаһын ярайһы уҡ яңырттыҡ – 618 миллион һумға меңгә яҡын берәмек техника һәм ҡорамалдар һатып алынды. Быйыл республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тантаналы шарттарҙа учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә 49 берәмек яңы техника асҡысын тапшырҙы. 

Һуңғы биш йылда урманды тергеҙеү буйынса пландарҙы үтәү буйынса ыңғай үҫеш күҙәтелә. Әгәр 2010 - 2018 йылдарҙа урман тергеҙеү майҙаны йылына уртаса 12 мең гектар тәшкил итһә, 2019 йылдан урманды тергеҙеү сараларын йылына уртаса 15 мең гектарҙан ашыу майҙанда үткәрәбеҙ. Шуны билдәләп үтергә теләйем, проекттың маҡсатлы күрһәткесе – урмандарҙың 100 процент нисбәтендә үҙләштереү һәм тергеҙеү балансын тәьмин итеү – беҙ йыл һайын арттырып үтәйбеҙ. Быйыл темптарҙы кәметмәйбеҙ, урмандарҙы тергеҙеү майҙаны буйынса 14,8 мең гектарға сығырға планлаштырабыҙ, был 107 процент нисбәтендә урмандарҙың эшкәртеү һәм тергеҙеү балансына өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк. Ғәҙәттәгесә, беҙ яһалма урман тергеҙеү буйынса Волга буйы федераль округында беренселекте һаҡлайбыҙ һәм артабан да берлектәге тырышлыҡ менән лидерлыҡты юғалтмаҫҡа кәрәк, – тине Марат Шәрәфетдинов. 

Сарала бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына федераль, республика кимәлендә маҡтаулы исемдәр, дәүләт наградалары тапшырылды. Улар араһында беҙҙең урмансылар ҙа бар.

Почетной грамотой Федерального агентства лесного хозяйства награждаются: 

Ильбаев Фиргат Наратович – мастер леса Юлдыбаевского участкового лесничества государственного автономного учреждения Республики Башкортостан «Зианчуринский лесхоз»; 

Султанов Азамат Галимович – ведущий специалист-эксперт Зилаирского межрайонного территориального отдела федерального государственного лесного и пожарного надзора Министерства лесного хозяйства Республики Башкортостан; 

Якупов Фуат Факилович – начальник участка Юлдыбаевского участкового лесничества государственного автономного учреждения Республики Башкортостан «Зианчуринский лесхоз».

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас