

Бөгөн Башҡорт Бармағы ауылында (Һикелә) асылған обелиск яу яландарында ятып ҡалған, һуғыштан иҫән ҡайтып вафат булған ауылдаштар иҫтәлегенә арналды.
Быйыл һикелеләр Урындарҙы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса конкурста ҡатнашып, район буйынса иң күп балл йыйып, еңеп сыға. Һөҙөмтәлә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙарға, хеҙмәт армияһында булғандарҙың исемлеген мәңгеләштергән таҡтаташ эшләнелә.
Уны асыу тантанаһында ауыл халҡы, район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Йәдкәр Ханнанов, район советы депутаты Азамат Ишеғолов, Яңыбай ауыл хакимиәте башлығы Фәһим Хужәхмәтов һәм башҡалар ҡатнашты.
Тантаналы рәүештә обелискты ауылдың иң өлкән кешеләре Марат Назаров, Ғәбиҙә Кинйәбаева һәм Нурзия Мәүлетова асты. Ауыл муллаһы Илдус Назаров батырҙар рухына бағышлап аят уҡыны. Был тантаналы сараны Яңыбай ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылары ойошторған һәм алып барҙылар.