Атайсал
22 Октябрь 2023, 07:18

Шәл байрамында көтәләр

Иртәгә, 23 октябрь көндө, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында "Башҡорт шәле һәм студент йәштәр: йолаларҙы тергеҙеп" тип аталған сара була.

Шәл байрамында көтәләрШәл байрамында көтәләр
Шәл байрамында көтәләр

Сараға Ейәнсура һәм Хәйбулла райондарынан шәл бәйләү оҫталары саҡырылған. Мастер-кластар һәм шәлдәр күргәҙмәһе планлаштырыла (сәғәт 10.00 башлана). Шулай уҡ шәл һәм бүтән бәйләнгән әйберҙәр һатып алыу мөмкинлеге лә була (йәрминкә сәғәт 15.00 башлана). Барығыҙҙы ла Шәл байрамында көтөп ҡалабыҙ. Адресы: Өфө, Октябрь революцияһы урамы, 10.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас