Атайсал
23 Октябрь 2023, 12:06

“Ауырыуын биргәс, дарыуын да бирермен...”

– Теге ваҡыт һин биргән дарыу хатта килешкәйне, тағы юҡмы шул? Булһа, тағы бир әле, – тигән һүҙҙәр менән килеүсе кеше күп була ауыл фельдшеры Миңзәлә апайға. Дарыу үләндәре менән бик ҡыҙыҡһынған, төнәтмәләр эшләгән, уларҙың файҙаһын яҡшы белгән аҡ халатлы апай ул ваҡытта күп ауылдаштарына ярҙам ҡулы һуҙа.

“Ауырыуын биргәс, дарыуын да бирермен...”“Ауырыуын биргәс, дарыуын да бирермен...”
“Ауырыуын биргәс, дарыуын да бирермен...”

Бынан бер нисә йыл элек Сирғол ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләгән Миңзәлә Хөсәйенова, Иҫәнғол дарыуханаһы ҡушҡас, йәй һайын дарыу үләндәрен күпләп йыйып, киптереп, тоҡлап-тоҡлап тапшыра торған була. Тора-бара дарыу үләндәре менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып, һәр береһен төплө өйрәнеп, төнәтмәләр эшләй башлай. Гәзит-журналдарҙы күпләп алдырған апайҙың дүрт папкаһы була: береһендә әҙәп-әхлаҡ темаһына мәҡәләләр, икенсеһендә төрлө рецептар, өсөнсөһөндә дин буйынса материалдар, дүртенсеһендә иһә дарыу үләндәре буйынса мәғлүмәт. Бына шул дүртенсе папка уға алыштырғыһыҙ ярҙамсы була ла инде.

Дарыу үләндәре буйынса белемен камиллаштырған Миңзәлә Ибраһим ҡыҙы, күптән хаҡлы ялда булһа ла, яҡындары, таныштары өсөн бөгөн дә күпте белгән медицина белгесе булып ҡала: кәрәк саҡта барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙа.

– Ауырыуын биргәс, дарыуын да бирермен, тигән бит Аллаһы Тәғәлә. Ниндәй генә сир булмаһын, уларҙың һәр береһенән дауа бар бит. Әлбиттә, ауырыған ваҡытта тәүҙә табипҡа мөрәжәғәт итеп, дөрөҫ диагноз ҡуйҙырыу мотлаҡ. Унан һуң дауаланыу курсы үтергә була. Халыҡ медицинаһын ҡулланыр алдынан был үләнде яҡшылап өйрәнергә кәрәк. Ыңғай тәьҫире булған кеүек, уның киреһе лә була. Төнәтмәне эшләй белеү ҙә мөһим, – ти үләндәр менән дауалауҙы яҡшы белгән Миңзәлә апай.

Ул барлыҡ дарыу үләндәренең файҙаһын үҙенең биш бармағы кеүек белә. Алтын тамыр (һирәк осрай) йөрәк, нервы системаһына һәйбәт йоғонто яһаһа, арыҫлан ҡойроғо, балан, валерьян ҡан баҫымын нормалләштерә. Бәпембә тамыры, әлморон бөйөргә ярҙам итә. Ҡабаҡ еме эсәктәге паразиттарҙы юҡ итһә, картуф һуты –ашҡаҙанға, йүкә сәскәһе тын юлдарына файҙалы. Яңы яралған дегәнәк тамыры ашҡаҙанға яҡшы тәьҫир итеп кенә ҡалмай, миома, киста менән көрәштә яҡшы ысул булып тора. Сөйәл үләне (чистотел), андыҙ тамыры, әрем дә күп ауырыуҙан дауалау көсөнә эйә. Күптәр малға ашатыу өсөн тип үҫтергән ҡабаҡ бөйөр, бауыр, ашҡаҙанға, быуындарға бик яҡшы тәьҫир итә икән. Ә бойҙайҙы бер аҙ шыттырып, 1 мм ғына шытҡан бойҙайҙы ит турағыстан үткәрһәң, бынамын тигән дауа килеп сыға икән.

34 йыл фельдшер булып эшләгән Миңзәлә Ибраһим ҡыҙы умыртҡа бағанаһын тикшертеп торорға кәңәш итә. Сөнки ашҡаҙан-эсәк тракты, бәүел юлдары, ғөмүмән тотош эске органдарҙың һаулыҡ торошо туранан-тура умыртҡа бағанаһының торошона ла бәйле.

Миңзәлә апай тормош иптәше Хафиз ағай менән 47 йыл бергә ғүмер итеп, ҡыҙҙары Гөлшат, Гөлназ, Гөлнурға лайыҡлы тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөн улар өсөһө лә Өфө ҡалаһында йәшәй, балалар үҫтерәләр. Тормош иптәше, балалары ауырыған ваҡытта Миңзәлә Ибраһим ҡыҙы уларҙы күбеһенсә халыҡ медицинаһы алымдары менән дауалай торған була. Һауын кәзәһе тотоп, уның һөтө, ҡымыҙын эсеп тә һаулыҡтары өҫтөндә ныҡлы эшләй Хөсәйеновтар. Хафиз ағай ауырып, хәле насарая башлағас, Миңзәлә апай уны төрлө алымдар менән дауалап, аяҡҡа баҫтыра. Тик ауырыу үҙенекен итә шул: 2022 йылдың ғинуарында тормош иптәше мәңгелеккә күҙҙәрен йома.

Бөгөн изге күңелле Миңзәлә Ибраһим ҡыҙы кешеләргә кәңәштәре менән ярҙам итеп, файҙалы булып, Яңы Павловка ауылында тырышып донъя көтә. Шифалы эсемлек – буҙа эшләү менән шөғөлләнә, уның буҙаһын бик маҡтайҙар.

– Миңзәлә апай шул тиклем тыныс күңелле, иғтибарлы фельдшер булды. Ул шул тиклем белемле медик, табиптан да яҡшыраҡ белә ул! – тиҙәр уның хаҡында хөрмәтләп элекке ауылдаштары.

 

Миңзәлә Хөсәйенованан халыҡ рецептары.

Бәүел юлдары ауырыуҙарынан түбәндәге рецепт менән әҙерләнгән дарыу ярҙамға килер:

Бер кг һолоно биш литр һыуҙа дүрт литр кимәленә тиклем кәмегәнсе ҡайнатҡандан һуң, бер стакан әлморон һалып, 5-10 минут ҡайнатҡандан һуң, һөҙөргә, һыуытырға. Килеп сыҡҡан ҡайнатмаға йылымыс ваҡытында бер стакан бал, өстән бер стакан алоэ һуты һалып, болғатырға. Был дауаны көнөнә өс тапҡыр, ашағандан һуң 10 минут үткәс бер стакан эсергә. Балаларға иһә 100 г бирергә. Артынса шул уҡ кимәлдә һөҙмә һыуы эсергә. Ул үҙе көслө антибиотик булып тора.

***

Түбәндәге рецепт буйынса дарыу эшләп, дауаланһағыҙ, тын юлдары ауырыуҙарының (бронхит, пневмония) эҙе лә ҡалмаҫ:

Бер стакан кишер һутына шул уҡ күплектә сөгөлдөр һуты, бер стакан бал һалып, өс йомортҡа һытабыҙ, 100 г бурһыҡ майы (булмаһа, һыйыр майы), ит турағыс аша үтеәрелгән 3-4 лимон, бер стакан коньяк (йәки ярты стакан спирт), ярты стакан алоэ һуты ҡоябыҙ. Масса 11 көн ултырғандан һуң, көнөнә өс тапҡыр ашағанға тиклем 30 минут алдан берәр ҡалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы – 20-30 көн. Балаларға эшләгән осраҡта кагор ҡулланһаң яҡшыраҡ.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас