

14 октябрҙә, ниһайәт, Хәлил Хәсәнов өмә ойошторған. Үткәрдәргә, ата-баба рухына битараф булмаған ир-уҙамандар кәртәләүгә бағаналар ултырталар, прожилиналар ҡаталар. Ә 18 октябрҙә йәнә бер өмәгә йыйылып, профнастил да сөйләнгәс, эш тамамлана.
Был хаҡта Хәлил Сәхи улы Хәсәнов хәбәр итеп, әүҙем ауылдаштары Рәүф Ибраһимовҡа, Рәил Усмановҡа, Риф Хәсәновҡа, Рәмил Бакировҡа, Ришат Дәминевҡа, Рәүф Дәминевҡа, Хөрмәт Ғөбәйҙуллинға, Илфат Дәминевҡа һәм Айҙар Хунафинға һәм күмәк эштә ситтә ҡалмаған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.