

"Атайсал. Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылы" сиктәрендә Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының иҫке зыяратын кәртәләү буйынса ҙур өмә үтте. Ул район хакимиәте, РайПо, ветеринар станция, мәғариф бүлеге, РЭС, газ-сервис, "Салауат" сәләмәтләндереү комлексы, Мәшғүллек үҙәге, СФР хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үтте.
Көндөң болоҡһоу һәм ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан өмәселәр күмәк көс менән эште тиҙ генә башҡарып ҡуйҙы. Ә кәртәләү өсөн төҙөлөш материалдарын урындағы Урман хужалығы әҙерләгән.