

Үткән һанда гәзитебеҙ махсус хәрби операциялағы яҡташтарға ярҙам йыйыу маҡсатында “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” хәйриә акцияһы иғлан иткәйнек. 10 ноябргә тиклем барған был акцияға тәүгеләрҙән булып Ишемғол ауылында йәшәгән тоғро гәзит уҡыусыбыҙ Фәрит Сабитов ҡушылды. Олатай, 90 йәшлек булыуына ҡарамаҫтан, яугирҙәребеҙгә тәғәйенләгән 5000 һумын редакцияға үҙе алып килде. Ҙур рәхмәт, Фәрит олатай!
Биргән ҡулдың бәрәкәте артыр, ти халыҡ. Мохтаждарға хәйер-саҙаҡа биреп тороу ҙа бик изге ғәмәл. Ә бөгөн беҙҙең алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәребеҙ ысынлап та мохтаж. Эйе, улар тәьминәт яғынан зарланмай. Әммә беҙҙең иғтибар, күңел йылыбыҙ улар өсөн үтә лә мөһим. Шуға ла кем дә кем яҡташтарға теләктәш булыуын белдерергә теләй, беҙҙең акцияға ҡушыла ала. Белешмә өсөн телефон 89272377396.