Атайсал
7 Ноябрь 2023, 05:34

Ярҙам йыйыу дауам итә

"Ейәнсура таңдары" иғлан иткән хәйриә акцияһына ҡушылыусылар арта.

Ярҙам йыйыу дауам итәЯрҙам йыйыу дауам итә
Ярҙам йыйыу дауам итә

Үҙен күрһәтергә теләмәгән гәзит уҡыусыбыҙ, мәғариф ветераны яугирҙәргә тәғәйенләп өс пар йылы ойоҡбаш бәйләп алып килде. Яугирҙәр кейеп ҡыуанһын, ә Зәйтүнә апайға изге ғәмәленең һауаптарын насип итһен!

Дуҫтар, һәр теләгән төркөмдәш, беҙҙең акцияға ҡушылып, махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙамға үҙ өлөшөн индерә ала. Ил төкөрһә, күл була, тиҙәр. Һәр кемебеҙ бәләкәй генә өлөш индерһә лә, яугирҙәр өсөн ҙур ярҙам йыйыласаҡ. Акцияға ҡушылырға теләгәндәр тәмәке, ярма, макарон, тоҙ, шәкәр, сәй, кофе, быҡтырылған ит килтерә ала. Айырыуса шәхси гигиена кәрәк-яраҡтарының, йөн, кизе-мамыҡ ойоҡбаштарҙың, трусиктарҙың артығы булмаҫ. Шулай уҡ медикаменттар, бинт-лейкопластырҙар егеттәргә бик кәрәк.

Һанап үтелгән әйберҙәрҙе “Ейәнсура таңдары” гәзите редакцияһына 10 ноябргә тиклем килтереүегеҙ, йәки алып килергә мөмкинлегегеҙ булмаһа, 89272377396 телефонына шылтыратыуығыҙ һорала.

Белешмә өсөн телефон 89272377396.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас