

Республикала йәшәүселәр хәрби хеҙмәткә саҡырыу, контракт хеҙмәте, тейешле түләмдәр һәм льготалар тураһында һорауҙарға яуап алырға, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә мөмкин.
Хәрби комиссариаттар булмаған муниципалитеттар өсөн граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы төҙөлгән. Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссары Әминев Ришат Фаат улы Ейәнсура районында 16 ноябрҙә һәм 30 ноябрҙә сәғәт 11.00-дән 15.00-гә тиклем Иҫәнғол ауылы, Октябрь революцияһы урамы, 48 адресы буйынса ҡабул итәсәк.
Килеп тыуған һорауҙар менән 8 (34789) 2-14-57 телефонына мөрәжәғәт итергә мөмкин.