Атайсал
17 Ноябрь 2023, 05:27

Изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт!

Акция тамам. Акция дауам итә.

Бөгөн сираттағы гуманитар ылау махсус хәрби операция урынына юллана. Был ярҙамды туплауҙа райондаштар, һәр ваҡыттағыса, әүҙем булды. Был хаҡта гәзитебеҙҙә ентекләп яҡтыртырбыҙ.

"Ейәнсура таңдары" редакцияһы ла яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында "Беҙ бергә!" хәйриә акцияһы иғлан иткәйне. Бөгөн беҙ ошо акцияға ҡушылған гәзит уҡыусыларыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткергебеҙ килә. Зәйтүнә апай, Ишемғол ауылынан Фәрит Сабитов, Таҙларҙан Нурия Өмөтбаева, Иҫәнғолдан Рәзидә Кәримова, Мөршиҙә Байгилдина, Галина Мәһәҙиева - һеҙҙең ярҙам менән яу яланындағы егеттәргә йылы ойоҡбаштар, иң кәрәкле дарыуҙар, һарымһаҡтар, аҙыҡ-түлек тупланды. Һеҙҙең изге күңелегеҙ, егеттәребеҙгә, шулай уҡ беҙҙең саҡырыуға битараф ҡалмауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ҡылған ғәмәлегеҙҙең һауаптары насип булһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! 

Акция тамамланыуға гәзит уҡыусыларҙың әүҙемәшеүен иҫәпкә алып, бындай изге эште дауам итергә тигән ҡарарға килдек. Киләһе гуманитар ылау ҡасан китере әлегә билдәһеҙ. Шулай ҙа һалдаттарға ярҙамдан әҙерләнгән ойоҡбаш-бейәләйҙәр, оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары, дарыуҙарҙы туплауҙы дауам итергә булдыҡ.

Кем дә кем беҙҙең ярҙамға ҡушылырға теләй - "Ейәнсура таңдары" редакцияһына рәхим итегеҙ! Белешмә өсөн телефон 89272377396.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас