Атайсал
28 Ноября 2023, 12:05

Башҡорт балы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып «хәләл» сертификатын алды

Был нимәһе менән отошло?

Башҡорт балы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып «хәләл» сертификатын алдыБашҡорт балы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып «хәләл» сертификатын алды
Башҡорт балы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып «хәләл» сертификатын алды

Башҡортостан – илебеҙҙә Рәсәй сифат системаһының яңы стандарттары буйынса балға «Хәләл» сертификатын алған тәүге төбәк. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте. VII «Беҙҙең бренд» махсуслашҡан күргәҙмәһе барышында үткән «Рәсәй сифат системаһы – Хәләл сертификацияһын үҫтереү мөмкинлектәре тураһында» түңәрәк өҫтәлендә «Алтын Солоҡ» учреждениеһына ошондай сертификат тапшырылды.

Республикала экологик яҡтан таҙа бал төрҙәрен халыҡ-ара баҙарҙарға сығарыу өҫтөндә эш алып барыла. Әйтәйек, ғәрәп илдәре. «Хәләл» сертификацияһы башҡорт балына ошо баҙарҙарға сығыу мөмкинлеге биргән йәки процесты еңеләйткән төп шарттарҙың береһе булып тора.

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас