Атайсал
3 Декабрь 2023, 07:35

Бөгөн – Халыҡ-ара инвалидтар көнө

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов Халыҡ-ара инвалидтар көнө айҡанлы ейәнсураларға мөрәжәғәт итте.

Бөгөн – Халыҡ-ара инвалидтар көнөБөгөн – Халыҡ-ара инвалидтар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара инвалидтар көнө

Иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайыҡ

3 декабрь календарҙа Халыҡ-ара инвалидтар көнө булараҡ билдәләнгән. Был көн мөмкинлектәре сикләнгән, әммә алсаҡ, ихлас күңелле, изгелекле һәм көслө ихтыярлы кешеләр кеүек үк үҙенсәлекле дата.

Беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ – һаулыҡтары буйынса сикләүҙәр булған кешеләр физик һәм мораль яҡтан кәртәләр тоймаһын өсөн уларға ярҙам итеү. Йәмғиәтте башҡаларҙың проблемаларына битараф итеп түгел, ә киреһенсә, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер булырлыҡ итеп тәрбиәләү кәрәк. Инвалидтар менән аралашыу мәҙәниәтен үҫтереү, һәр кемебеҙ изге эштәр, бер-беребеҙгә ихтирам һәм хәстәрлек өсөн сикләнмәгән мөмкинлектәргә эйә булыуы бик мөһим.

Беҙҙең менән бергә үҙенсәлекле кешеләр йәшәүен иҫтә тоторға тейешбеҙ, улар һоҡланғыс ихтыяр көсөнә эйә һәм, ауырлыҡтарға ҡарамай, йәшәү йәмен һаҡлайҙар.

Инвалидтарға шәфҡәтлелек һәм иғтибар бүләк иткән, уларҙың мохтажлыҡтарына һәм проблемаларына битараф булмаған һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерәм. Барығыҙға ла тыныслыҡ, изгелек һәм именлек теләйем!

Читайте нас