

Өфөлә үткән Милли педагогик форумда мәктәптәрҙә – уҡытыусыларға, балалар баҡсаһында тәрбиәселәргә ҡытлыҡ мәсьәләһе ҡаралды. Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта айырыуса башланғыс кластар һәм сит тел уҡытыусылары етмәй.
Ҡоролтай депутаты, республиканың элекке мәғариф министры Айбулат Хажин БСТ телканалына биргән интервьюһында 2024 йылдың 1 ғинуарынан йәш уҡытыусыларҙың эш хаҡын байтаҡҡа арттырыу көтөлөүе тураһында хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, әле яңыраҡ эшләй башлаған уҡытыусының бер ставкаға эш хаҡы 16-18 мең һум.
– Беҙҙә 1 ғинуарҙан ҡайтанан иҫәпләү буласаҡ һәм башлаусы педагогтың эш хаҡы 35 мең һум һәм унан күберәк тәшкил итәсәк, – тип белдерҙе Айбулат Хажин.