

Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев тауыҡ йомартҡаһына һәм башҡа аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуы сәбәптәрен асыҡларға ҡушты. Был хаҡта Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.
“Беҙ йомортҡаға хаҡтар ҡапыл инфляция кимәленән бер нисә тапҡырға күберәк артыуын күрәбеҙ. Бер йылда Рәсәйҙә тауыҡ йомортҡаһаның хаҡы 40% артты. Башҡа тауарҙар ҙа, шул иҫәптән тауыҡ ите, ҡайһы бер йәшелсәләр, емеш-еләк, һөт ризыҡтары ҡиммәтләнде”, – тип билдәләне Толкачев.
Дәүләт Йыйылышының профиль комитетына ойошмалар һәм ведомстволар вәкилдәре менән берлектә хаҡтар артыу сәбәптәрен асыҡларға ҡушылды.
Константин Толкачев белдереүенсә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуы бөтә илдә күҙәтелә. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә тауыҡ йомортҡаларын һатыуҙы сикләй башлағандар.
Фото: Олег Яровиков/”Башинформ”