Атайсал
17 Декабрь 2023, 09:53

Мәктәпкә - ҡоралланып?

Элек сит илдә йыш күҙәтелгән хәлдәр хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә осрап ҡуя.

Газета.ру хәбәр итеүенсә, Түбәнге Новгород ҡалаһында 8-се класс уҡыусыһы мәктәпкә пневматик пистолет алып килгән. Пулялары ла булған. Малай ҡоралды 500 һумға ғына маркетплейстан һатып алыуын, дустарына маҡтанырға теләүен аңлатҡан. Асыҡланыуынса, үҫмерҙең әсәһе улының пистолеты барлығын белгән.

Уҡыусының пистолеты һәм пулялары алынған. Әле уны енәйәт ҡылыуға ынтылышы барлығы тикшерелә.

Бындай ваҡиғалар ата-әсәләрҙе уйландырһын, балаларына иғтибарлыраҡ булырға этәрһен ине. Юғиһә, күптәр үҫмерҙәр үҙ аллы булырға тейеш, тип, банк карталары аса, унда аҡсаны даими һала, ә уның ҡайҙа һәм ниндәй маҡсатта тотонола икәнен контролләмәй. Руссалап әйткәндә, доверяй, но проверяй! 

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас