Башҡортостанда Р-240 Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшө ябылды. Республиканың Транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 17 ғинуарҙа урындағы ваҡыт менән көндөҙгө 1-се 15 минуттан Р-240 Өфө — Ырымбур автомобиль юлы участкаһында (Мәләүезде урау юлынан Яңы Морапталға тиклем) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ябылды.
Был һепертмә буран сығыу, ҡар яуыу, күреү мөмкинлегенең сикләнеүе менән бәйле.
Фото: Ксения Калинина / "Башинформ".