Ҡариҙел районынының Байҡы ауылында үткән төндә өй янып киткән. 63 квадрат метрҙағы янғынды 40 минутта таралыуын туҡтатҡандар һәм бер аҙҙан һүндергәндәр.
Янғын урынында 45 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған. 57 һәм 46 йәшлек ир кешеләр, тәндәре янып, дауаханаға оҙатылған.
Зыян күреүселәр әйтеүенсә, иң тәүҙә ҡатын уянған һәм уларҙы тышҡа сығарған. Үҙе документтарын алыр өсөн кире өйгә ингән һәм башҡа сыҡмаған.
Янғын сәбәптәре асыҡлана.