Атайсал
5 Февраль 2024, 09:25

"Аяҡтары өшөп йөрөмәһен инде!"

93 йәшлек Мәстүрә инәй яугирҙәргә ойоҡбаштар бәйләгән.

"Аяҡтары өшөп йөрөмәһен инде!""Аяҡтары өшөп йөрөмәһен инде!"
"Аяҡтары өшөп йөрөмәһен инде!"

Ибрай ауылында йәшәгән Мәстүрә Ҡыҙрасованың бүләһе армияла хеҙмәттә. Бүләһен һағынған өләсәй күңелен изге эш менән баҫҡан, ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә тәғәйенләп йылы ойоҡбаштар бәйләгән. 

- Аяҡтары өшөп йөрөмәһен инде! - ти 93 йәшлек инәй, - Унға тултырырға ине ниәт, ауырып киткәс бәйләп бөтөрә алманым шул...

9 пар ойоҡбашты фельдшер Ирина Ғүмәрова аша Иҫәнғолға биреп ебәргән дә инде ул. Инәйҙең күҙ нурын һалып бәйләгән 9 пар ойоҡбаш февраль уртаһында гуманитар ылау менән яугирҙәргә юлланасаҡ. 

ӘЙТКӘНДӘЙ, гуманитар ылауға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Аҡса күсереү өсөн реквизит: Телефон: 89961025330 Получатель: ЧЕРКАСОВА РАФИДА РИФОВНА Номер счета: 40817810106000936568 Банк получателя: БАШКИРСКОЕ ОТДЕЛЕНИЕ N8598 ПАО СБЕРБАНК БИК: 048073601 Корр. счет: 30101810300000000601 ИНН: 7707083893 КПП: 027802001 SWIFT-код: SABRRUMM. Ҡулаҡса булһа, гумярҙам йыйыу үҙәгенә, А.Т. Салауатовҡа мөрәжәғәт итергә. тел: 89371642494, 2-13-15. Советскаяурамы, 3-сө һанлы йорт, к. 126
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас