Атайсал
6 Февраль 2024, 05:25

Яугирҙәр бүләкһеҙ ҡалмаһын!

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә киләһе гуманитар ярҙамдың 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан булыуын иҫәпкә алып, "Ейәнсура таңдары" гәзите редакцияһы "Һалдатҡа бүләк" акцияһы иғлан итә.

Яугирҙәр бүләкһеҙ ҡалмаһын!Яугирҙәр бүләкһеҙ ҡалмаһын!
Яугирҙәр бүләкһеҙ ҡалмаһын!

15 февралгә тиклем дауам итәсәк акцияға һәр кем ҡушылып, яугирҙәребеҙгә бүләк йыйылмалары әҙерләй ала. Бер яугиргә тәғәйен йыйылма матур итеп төрөлгән йәки махсус ҡапҡа (тоҡсайға) һалынһа бигерәк тә яҡшы.

Һанап үтелгәндәрҙән тыш, кизе-мамыҡ ойоҡбаш, эске кейем, ҡул өсөн крем, тәмәке, шырпы, һағыҙһ.б. кәрәк-яраҡ өҫтәп һалырға мөмкин. Әгәр кемдеңдер бүләкте тотошлай йыйыу мөмкинлеге булмаһа, килтерелгән әйберҙәрҙән йыйылмалар тупланасаҡ.

Әҙер бүләктәрҙе 15 февралгә тиклем Иҫәнғол, Совет урамы, 9 адресы буйынса алып килергә кәрәк.  Белешмә өсөн телефон 89962916898.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас