Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ял көндәрендә –31 градусҡа тиклем һыуыта.
Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 10 февралдә, көндөҙ болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы, төндә аяҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ –15...–13, төндә –29...–23 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Йәкшәмбелә, 11 февралдә, аяҙ буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ –23...–18 градус булһа, төндә –31 градусҡаса түбәнәйә
Киләһе аҙнаның тәүге көнөндә, 12 февралдә, көндөҙ аяҙ, төндә болотло була, ҡар яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ –22...–19, төндә –22...–14 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.