Республиканың "Ирҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ойошторған был сарала Урал аръяғы райондарынан вәкилдәр ҡатнашты. Ейәнсура районынан да район хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Мөхәмәтов менән райондың Ирҙәр ҡоро етәксеһе Ришат Ҡыуатов етәкселегендәге делегация ҡатнашты.
Сара Сибай ҡалаһының Еңеү паркында сәскәләр һалыу менән башланды. Артабан ҡаланың концерт-театр берекмәһендә дауам итте. Унда бер нисә көнүҙәк мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙар үтте.
Ҡор һуңында лайыҡлылар бүләкләнде. Йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән ирешкән уңыштары өсөн Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең ОБЖ уҡытыусыһы, күп бала атаһы Сергей Александрович Завалихин бүләкләнде.