Атайсал
9 Марта 2024, 12:05

В.Н.Булдин кубогына волейбол турниры үтте

Бөгөн "Салауат" физкультура-сәләмәтләндереү комплексында В.Н.Булдин кубогы исеменә волейбол турниры үтте.

В.Н.Булдин кубогына волейбол турниры үттеВ.Н.Булдин кубогына волейбол турниры үтте
В.Н.Булдин кубогына волейбол турниры үтте

Был ярыш Таҙлар ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Илгиз Фәтих улы Йылҡыбаев һәм меценат Андрей Вячеславович Булдин инициативаһы менән ойошторола.

Байтаҡ йылдар кубок өсөн уйындар биләмә сиктәрендә генә үткәрелеп килде, ә аҙаҡҡы биш йыл ярыштар райондың ауыл биләмәләре командалары араһында һәм ике йыл төбәк-ара турнир булараҡ үтә.

Бөгөн уйындар ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында булды. 6 апрелдә иһә ир-егеттәр ҙә ошондай уҡ кубок өсөн көс һынашасаҡ.

Турнирҙа күрше Күгәрсен районы Мораҡ ауылының йыйылма һәм Мәҡсүт урта мәктәбенең укыусылары командаһы, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан "Ника", Муйнаҡ ауылы биләмәһе командалары кубок өсөн көс һынашты.

Көсөргәнешле уйындар һөҙөмтәһендә былтырғы еңеүселәр Мораҡ ҡатын-ҡыҙҙары командаһы кубокты яуланы. "Ника" командаһы икенсе урынға сыҡты, ә Мәҡсүт ҡыҙҙары өсөнсө булды.

Командаларға кубоктан тыш Маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата приздар тапшырылды.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас