Атайсал
11 Март 2024, 05:05

Мутлашыусылар яңы схема ҡуллана башлаған

...

Полиция мутлашыуҙың яңы схемаһын асыҡлаған. Аферистар медицина хеҙмәткәрҙәре булып шылтырата һәм ҡиммәтле дауаланыу курсы үтергә кәрәклеге тураһында хәбәр итә.

Мутлашыусы үҙен ниндәйҙер “профессор”ҙың йәки “табип”тың ярҙамсыһы тип таныштыра һәм кеше быға тиклем биргән анализдарҙың насар булыуы, ашығыс дауаланыу талап ителеүе тураһында хәбәр итә. Артабан “поликлиниканың баш табибы” бәйләнешкә инә һәм медицина профессоры дауалай алыуы, әммә был түләүле булыуы тураһында әйтә. “Аҡсаны шунда уҡ күсерергә кәрәк”, – тип белдерә аҙағынан аферист

Полиция таныш булмаған кеше менән телефон аша һаулығың, финанстарың тураһында һөйләшмәҫкә саҡыра. Бындай осраҡтарҙа шунда уҡ телефонды һалырға кәрәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас