Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Март , 17:25

Үлем язаһын ҡайтарыу мәсьәләһе буйынса референдум үткәрелерме

...

Үлем язаһын ҡайтарыу өсөн Конституция суды ҡарары ла етә, референдум үткәреү кәрәкмәй, тип белдерҙе Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин.

“Беҙҙә конституцияла ла, енәйәти ҡануниәттә лә бер кем дә үлем язаһын ғәмәлдән сығарманы, бындай хөкөм ҡарарын кисектергән Конституция суды ҡарары бар, шуға күрә бер ниндәй ҙә референдумдар кәрәкмәй, был мәсьәләлә Конституция судының ҡарары ла етә”, – тине Володин пленар ултырышта.

Ул Рәсәйҙә үлем язаһы темаһы тикшереүҙе талап итә, ҡабул ителгән бөтә ҡарарҙарҙы анализларға кәрәк, тип иҫәпләй.

Быға тиклем “Ғәҙел Рәсәй – Дөрөҫлөк өсөн” партияһы лидеры Сергей Миронов берҙәм тауыш биреү көнөндә үлем язаһын ҡайтарыу тураһында референдум үткәреү мәсьәләһен күтәрәсәген белдергәйне.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: