Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
31 Март , 16:55

Ниндәй ярма файҙалы

...

Белгестәр әйтеүенсә, иң файҙалы бутҡа – ҡарабойҙай. Күптәр уны яратып бешерә һәм ашай.

“Ҡарабойҙайҙа үҫемлек аҡһымы  күп ( 100 грамға 12 % тура килә). Шулай уҡ В, А, Е витаминдары байтаҡ. Был ярманан бешерелгән бутҡа тимер, магний, цинк, селен, баҡыр кеүек йәшәү өсөн мөһим минералдар сығанағы булып тора. Шуға күрә ул ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яҡшырта, холестерин кимәлен һәм артериаль ҡан баҫымын  көйләй. Әгәр уны рационда йыш ҡулланһағыҙ, йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системалары эше яҡшырыр. Өҫтәүенә ул - анемияны иҫкәртеүҙә, иммунитетты, кәйефте күтәреүҙә бына тигән ярҙамсы. Уның аллергия тыуҙырмауы ла билдәле”, – ти диетологтар.

Табип-косметологтар әйтеүенсә, составында глютен булмаған берҙән-бер  ярма ул. “Матурлыҡ бутҡалары” рейтингында беҙ уға беренсе урынды бирер инек”, - ти табиптар. Уның “конкуренты” ла бар – һоло бутҡаһы. Сөнки ул да составы буйынса В төркөмө һәм А, Е витаминдарына, калий, магний, цинк, фосфор һәм башҡа файҙалы микроэлементтарға бай. Һоло бутҡаһында ферментлы күҙәнәкле туҡыма – бета-глюкандың булыуы эсәклектә файҙалы микробиом тупланыуына булыша.

“Башҡортостан”дан

Читайте нас: