Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Апрель , 17:05

Банк хеҙмәткәре мутлашыусыларға миллион һум аҡса урларға ҡамасаулаған

Элек мәғариф системаһында эшләгән ҡатынға уның йыйған аҡсаһын йәнәһе хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә тәҡдим иткәндәр

Банк хеҙмәткәре мутлашыусыларға миллион һум аҡса урларға ҡамасаулаған
Банк хеҙмәткәре мутлашыусыларға миллион һум аҡса урларға ҡамасаулаған

Финанс учреждениеһы белгесе телефон жуликтарына Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡатындың аҡсаһын урларға юл ҡуймаған, тип хәбәр итә “Республика Башкортостан” Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына һылтанма менән.

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән 66 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кешеләр шылтыратҡан. Улар үҙҙәрен мәғариф учреждениеһы етәксеһе һәм Мәғариф министрлығы хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, элек мәғариф системаһында эшләгән ҡатынға уның йыйған аҡсаһын йәнәһе хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә ҡатын риза була һәм үҙенең иҫәбенән 1 миллион һумды алыу өсөн банкка юллана.

Бәхеткә күрә, банк хеҙмәткәре шикләнә башлай. Һәм, иҫәпте ябыу сәбәптәрен һорашып, операцияны туҡтата. Һуңынан был турала полицияға хәбәр итә. Тәртип һаҡлаусылар ярҙамында ғына ышаныусан ҡатынды, мәғариф министрлығы белгестәре уларҙың финанс мәсьәләләрен хәл итеү өсөн пенсионерҙарға шылтыратмай, тип ышандыра алдылар.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: Альберт Заһиров / “Республика Башкортостан”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: