Атайсал
29 Апрель 2024, 10:53

Байдәүләттәрҙең берҙәмлеге һоҡландыра

Һәр ауылда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө сиктәрендә зыяраттарҙа өмәләр үтте.

Байдәүләттәрҙең берҙәмлеге һоҡландыраБайдәүләттәрҙең берҙәмлеге һоҡландыра
Байдәүләттәрҙең берҙәмлеге һоҡландыра

Байдәүләт ауылы халҡы ла әрүахтар ерләнгән урында ҙур эш башҡарған. Ауыл китапханасыһы Гөлсөм Бикйәнова хәбәр итеүенсә, ауылдаштары Әлфәрис Сәлихйән улы Байсурин былтыр "Атайсал" проекты сиктәрендә, зыяраттың ҡоймаһына тәғәйенләп буяу ҡайтарған булған. Байдәүләттәр яҙғы өмәлә буярға һөйләшкән. Һәм бын, ниһайәт, изге эш тормошҡа ашырылған - зыярат ҡоймаһы эсле-тышлы буялған. Был эш менән башлыса ҡатын-ҡыҙ булышһа, ир-егеттәр ҡәберлекте сүп-сарҙан таҙартҡан, эре ҡыйҙарҙы трактор арбаһына тейәп түккән. Ауыл халҡы был өмәлә бығаса булмаған әүҙемлек күрһәткән - тотош ауыл сыҡҡан.

Шулай уҡ байдәүләттәр аҡса йыйып, электр көтөүсе алған. Ир-егеттәр бер нисә көн өмәгә сығып, уны ла урынлаштырып ҡуйған.

Афарин, байдәүләттәр! Гел шулай берҙәм булығыҙ!

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас