Һөйөнсө! Ейәнсуралар тәҡдим иткән 14 проект еңеүселәр исемлегенә инде! Шулай итеп, Һаҡмар, Себенле, Бикбау, Әбүләйес, Абзан, Таҙлар һәм Үтәғол биләмәләре - зыяратты, Һүрәм биләмәһе юл төҙөкләндереүгә республика бюджетынан ярҙам аласаҡ. Яңы Петровка, Муйнаҡ, Байдәүләт биләмәләрендә был ярҙам мәҙәниәт өлкәһенә, йәғни клуб ремонтлауға, сәхнә кейемдәре алыуға йүнәлтелә. Ә Иҫәнғол, Яңыбай һәм Байыш биләмәләре халыҡ мәнфәғәтендә ҡулланыу өсөн техника һәм уға ҡоролмалар һатып аласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса (ППМИ) ауыл халҡының инициативаһы, конкурстан үткән осраҡта, район һәм республика бюджетынан өлөшләтә ярҙам иҫәбенә тормошҡа ашырыла.