Атайсал
7 Май 2024, 12:30

Эткә һәйкәл ҡуйылды

#атайсал

Арсенда эткә һәйкәл ҡуйылдыАрсенда эткә һәйкәл ҡуйылды
Арсенда эткә һәйкәл ҡуйылды

Ейәнсура районының Һаҡмар ауыл биләмәһе үҙәге Арсен ауылында фронт этенә бағышланған һәйкәл барлыҡҡа килде. Ул ошо ауылда тыуып-үҫеп, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән яҡташтар инициативаһы менән "Атайсал" проекты сиктәрендә  тормошҡа ашырылды. 

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында "Һаҡмар" совхозында хәрби эттәр әҙерләү өсөн питомник эшләгән. Бында өйрәтелгән эттәр фронтта һалдаттарыбыҙ менән бергә Еңеү яҙын яҡынайтҡан.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас