Атайсал
20 Май 2024, 09:10

Байыштар ҡаралмаған ихаталарҙы төҙөкләндерҙе

Ауылда Муса хәҙрәттең тыуыуына 200 йыл тыуыу айҡанлы байрам сараларына әҙерлек бара

Байыштар ҡаралмаған ихаталарҙы төҙөкләндерҙеБайыштар ҡаралмаған ихаталарҙы төҙөкләндерҙе
Байыштар ҡаралмаған ихаталарҙы төҙөкләндерҙе

Быйыл июнь айында Байыш ауылының мәшһүр кешеһе, Үҫәргән тәүарихының һаҡлаусыһы Муса хәҙрәттең тыуыуына 200 йыл тыуыу айҡанлы байрам саралары ҡаралған. Уларға әҙерлек сиктәрендә 18 май көнө ауылда өмә булып үтте.

Аҡса йыйып кәрәк-яраҡтар һатып алынғас Мөхәмәтйәновтар урамындағы ике өйҙөң ҡоймаларын, ҡапҡаларын рәткә килтерҙеләр, емерелгән ҡоролмаларҙы һүтеп өйҙөләр.

 Муса хәҙрәттең бүләһе, ауылыбыҙ аҡһаҡалы, хеҙмәт ветераны, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары осоро балаһы Мөхәмәтйәнов Әхмәтдин Мөтиғулла улы ата-бабалар рухына бағышлап ҡорбан салды. Өмәгә килгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йүгереп йөрөп аш-һыу әҙерләнеләр, ҡаҙан тултырып һалмалап аш, былау бешерҙеләр. Байыш мәсетенең террассаһында өмәселәргә ҙур һыйлы өҫтәл әҙерләнеләр.

Сара хаҡында тулыраҡ “Ейәнсура таңдары” гәзитенең киләһе һанында.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас