Атайсал
25 Май 2024, 11:35

Бер нисә баланың уҡыуына әсәлек капиталы менән түләргә мөмкинме?

Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре яуап бирә

Бер нисә баланың уҡыуына әсәлек капиталы менән түләргә мөмкинме?Бер нисә баланың уҡыуына әсәлек капиталы менән түләргә мөмкинме?
Бер нисә баланың уҡыуына әсәлек капиталы менән түләргә мөмкинме?

Мөмкин. Мәҫәлән, кесе бала өсөн балалар баҡсаһына һәм юғары уҡыу йортонда белем алған өлкән бала өсөн әсәлек капиталы менән түләргә була.

Балаларҙы уҡытыуға әсәлек капиталы менән ҡасан түләргә мөмкин:

– яслегә йәки балалар баҡсаһына түләүгә — сертификат алғас та;

– мәктәптә, колледжда йәки юғары уҡыу йортонда белем алыуға – әсәлек капиталы бирелгән балаға өс йәш тулғас;

– белем биреү эшмәкәрлегенә лицензияһы булған түңәрәктәргә һәм секцияларға — әсәлек капиталы бирелгән баланың йәшенә талаптар юҡ.

Шуныһы мөһим: уҡыуына түләгән бала уҡыу башында 25 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш.

Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Дәүләт хеҙмәттәрендә, Күп функциялы үҙәк бүлексәһендә йәки Социаль фондтың клиенттар хеҙмәтендә ғариза бирергә.

Документтарҙан сертификат хужаһының паспорты кәрәк буласаҡ. Әгәр ғариза һеҙҙең вәкил тарафынан бирелһә, ышаныс ҡағыҙы ла кәрәк буласаҡ.

Ғаризаны хуплағас, аҡса килешеү төҙөгән белем биреү ойошмаһы иҫәбенә йәки шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән һәм белем биреү өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеүгә лицензияһы булған репетиторға күсерелә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас