Атайсал
29 Май 2024, 05:01

Йәнә бер шишмә төҙөкләндерелде

Ейәнсура районы башлығы ҡарары менән 2019 йылда иғлан ителгән "Төҙөк шишмә" конкурсы барышында йыл да һәр биләмәлә берәр шишмә төҙөкләндерелә. 2023 йылға ҡарата районда 70 шишмә яңы һулыш алып, матур ял урынына әйләнде. Был йәһәттән эштәр быйыл да әүҙем дауам итә.

Йәнә бер шишмә төҙөкләндерелдеЙәнә бер шишмә төҙөкләндерелде
Йәнә бер шишмә төҙөкләндерелде

Байдәүләт ауыл биләмәһенең Сирғол ауылы халҡы ла ике көн рәттән ауыл янындағы шишмәне төҙөкләндереү буйынса өмәгә сыҡты. Уҫаҡлый йылғаһы башындағы шишмә таҙартылып, кәртәләп алынды. Эргәһендә ял итеү өсөн урын да әҙерләнде. Әйткәндәй, был шишмәгә илтәкән юл да рәтләнгән, хәҙер еңел машина менән барып етергә була.

- Ике көн дауам иткән шишмә кәртәләүҙә Айҙар, Фәнил, Әхтәм Аҙнағоловтар, Фәрит Абыҙов, Рәшит Солтанғолов, Володя Николаев, Артем Егоров, Ғизетдин Мырҙабулатов, Вадим Бикбаев, Рәмил Искәнйәров, Алик Ғәлимов, Олег Кирилов, Шәкир Хәсәнов әүҙем ҡатнашты. Ҙур рәхмәт уларға, - ти өмәне ойоштороусы ауыл старостаһы Илдар Аҙнағолов.

Бөгөн дә төҙөкләндереү эштәрен дауам итә сирғолдар. Әле улар шишмәнең тирә-яғын йыйыштыра, баҫҡыс, биҙәү эштәре менән була.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас