Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
3 Июнь , 12:35

14 йәшлек ҡыҙҙарҙы эҙләйҙәр

Ике ҡыҙҙың ҡайҙа булыуы 1 июндән бирле билдәле түгел

14 йәшлек ҡыҙҙарҙы эҙләйҙәр
14 йәшлек ҡыҙҙарҙы эҙләйҙәр

“Балаларҙы эҙләү – Өфө” төркөмө ирекмәндәре социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, юғалған 14 йәшлек Амалия Морякова һәм Арина Сөләймәнова Иглиндә булыуы ихтимал.

“Беҙҙең һуңғы мәғлүмәттәр буйынса ҡыҙҙар Иглинда йәки яҡында булырға мөмкин”, – тип белдерҙе ирекмәндәр.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә юғалған уҡыусыларҙы эҙләү дауам итеүен раҫланылар.

«Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса бүлеге бәлиғ булмағандарҙы эҙләй. Өфө районының Миловка ауылында ике ҡыҙ урамға уйнарға сыҡҡан һәм әлегә тиклем уларҙың ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ», – тиелә ведомство белдереүендә.

Ҡыҙҙар 1 июндә юғалған. Бынан алда уҡыусылар өйҙән китмәгән. Улар имен ғаиләләрҙә тәрбиәләнә, иҫәптә тормай. «Башинформ»ға үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, ҡыҙҙарҙың туғандары менән әрләшеүе һәм ҡасып китеүе ихтимал.

Особые приметы Амалии Моряковой: рост 148 см, плотного телосложения, волосы темно-русые, длинные, глаза карие. Была одета: черная футболка с рисунком медвежонка, черные шорты, белые кроссовки.

Особые приметы Арины Сулеймановой: рост 148 см, плотного телосложения, волосы черные, каре, глаза карие. Была одета: черная футболка, черные шорты, белые кроссовки в сеточку.

Всех, кто владеет информацией о местонахождении девочек, просят сообщить по тел.: 8 937 310-21-12 или 112; 8 (347) 279-49-34 (дежурная часть МВД по РБ), 8 (347) 279-39-02, 02 (102 — с мобильного), 8 (347) 279-32-92.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: