Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
4 Июнь , 09:33

Шишмәләр – ерҙең аҫыл биҙәге һәм хазинаһы

Беҙҙең ата-бабалар йәшәү сығанағы булған инештәрҙе тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлгән. Әле лә ауылдарҙа был мәсьәләгә яуаплы ҡарағандар бихисап. Ә бына Ейәнсура районында иһә шишмәләрҙең торошон яҡшыртыу буйынса маҡсатлы эш күптән яйға һалынған.

2019 йылда район хакимиәте ҡарары менән башланған бәйге инде алтынсы йыл дауам итә. Үткән биш йыл эсендә 15 ауыл биләмәһендә 70 шишмә таҙартылып, тирә-яғы кәртәләнеп, халыҡ өсөн матур ял урындары барлыҡҡа килде.

Биләмә, ауыл халҡының берҙәмлегенә, әйләнә-мөхитенә яуаплы ҡарауына һынау булған матур бәйге быйыл да дауам итә. Кисә баһалама ағзалары шишмәләр менән танышыуҙы башлап, биш биләмәлә булды. Әйткәндәй, быйыл конкурста бөтә биләмәләр ҙә ҡатнашырға теләк белдергән. Тимәк, районда төҙөк шишмәләр һаны йәнә 15-кә артасаҡ.

Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә шишмәләргә күҙ һалығыҙ. Бәлки ғаилә менән килеп күрергә, ял итергә лә ниәт уяныр.

Һыусыҡҡан шишмәһе. Ейәнсура районының Муйнаҡ ауыл биләмәһе территорияһында. Түбәнге Муйнаҡ ауылынан көньяҡҡа табан 2 км.
Туҡмаҡ шишмәһе. Һүрәм ауыл биләмәһе территорияһында, Малай Муйнаҡ ауылынан 1 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Һарыбил-Ҡыуандыҡ һәм Ира-Магнитогорск трассаларына яҡын
Таштишкән шишмәһе. Байдәүләт ауыл биләмәһенең Сирғол ауылынан 2 саҡырымдай алыҫлыҡта.
Ҡарадигән шишмәһе. Бикбау ауыл биләмәһенең Ҡарадигән ауылы янында.
Тау шишмәһе. Яңы Петровка ауыл биләмәһенең Башҡорт Үргене ауылы янында.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: