Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Июнь , 10:20

Ҡурҡыныс юл фажиғәһендә егет менән ҡыҙ һәләк булған

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.

Ҡурҡыныс юл фажиғәһендә егет менән ҡыҙ һәләк булған
Ҡурҡыныс юл фажиғәһендә егет менән ҡыҙ һәләк булған

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Шаран районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.

Республика ДАИ-һының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртәнге сәғәт 4 тирәһендә Шаран – Яңы Балтас – Андреевка автомобиль юлының 17-се саҡрымында үлемесле авария булған, тип яҙа “Башинформ”.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель таныҡлығы булмаған 20 йәшлек егет «Лада Приора» автомобиле менән идара итә алмаған һәм автомобилде кюветҡа ауҙарған. Автомобиль янып киткән.

Юл-транспорт ваҡиғаһында водитель һәм 19 йәшлек пассажир ҡыҙ ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе урында һәләк булған.

Икенсе пассажир, 21 йәшлек ҡыҙ, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Комментарий инспектора ДПС лейтенанта полиции Игоря Курмакаева Видео:телеграм-канал ГАИ Башкирии

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: