Атайсал
21 Июнь 2024, 11:31

Белем һәм тәжрибә алдыҡ

Баймаҡ районы Талҡаҫ күле буйында Көньяҡ-көнсығыш районара ижади берекмәһе журналистарының «Журналистика оҫтаханаһы» семинары үтте.

Унда Белорет, Баймаҡ, Сибай, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла ҡала һәм райондары гәзиттәре редакциялары хеҙмәткәрҙәре, «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто, Башҡортостан Журналистар союзы һәм Баймаҡ район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм ҡыҙыҡлы секциялар үткәрелде, унда йыйылыусылар яңы белем һәм тәжрибә тупланы.

Тәбрикләү телмәре менән йыйылыусыларға Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев мөрәжәғәт итте, ул сарала ҡатнашыусыларҙы төбәктәге социальиҡтисади хәл, урындағы киң мәғлүмәт сараларының эше менән таныштырҙы. Даими матбуғатты таратыу бүлеге етәксеһе Айнар Байбулатов гәзит-журналдарҙың киләсәге хаҡында һөйләне.

– Баҫма киң мәғлүмәт сараларының бөтөрөлөүе тураһындағы пессимистик күҙаллауҙарға ҡарамаҫтан, был фекерҙең дөрөҫ булмауына ышандырырға теләйем. Айырыуса статистика буйынса, тап баҫма киң мәғлүмәт сараларына халыҡ нығыраҡ ышана, – тине Айнар Рязань улы.

Әйткәндәй, быйыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың грантына Башҡортостан Республикаһы гранттары фонды булышлығында бер нисә ҡыҙыҡлы проект тормошҡа ашырыла, уларҙы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре тәҡдим итте. Улар араһында — Ринат Шәйбәковтың «Журналистика оҫтаханаһы» проекты. Семинарҙа автор коллегаларына үҙенең идеяһы һәм көтөлгән һөҙөмтәләре тураһында ентекләп һөйләне.

Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Илшат Зарипов «Яугиргә хат» республика конкурсы еңеүселәрен тәбрикләне, союзға ҡабул ителгән журналистарға таныҡлыҡтар тапшырҙы.

Шулай уҡ семинар сиктәрендә медиатармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған оҫталыҡ дәрестәре һәм төрлө секциялар эшләне. Унда гәзиттәге рубрикалар, фото төшөрөү оҫталығы, баҫмаларҙың дизайны ҡаралды, гәзиттәрҙең социаль төркөмдәре эшенә анализ яһалды.

Сара һуңында бер төркөм матбуғат хеҙмәткәрҙәренә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар араһында «Ейәнсура таңдары» гәзите баш мөхәррире Әлмира Әйүпованың булыуы ҡыуаныслы, ул «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йортоноң Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Грант иҫәбенә һәр мәғлүмәт үҙәгенә веб-камера тапшырылды.

Семинарҙа, эшлекле өлөштән тыш, Темәс ауылының тыуған-яҡты өйрәнеү музейынан килтерелгән экспонаттар менән танышырға мөмкин булды. Теләгәндәр үҙҙәрен милли уҡтан атып, мәргәнлектәрен дә һынай алды.

Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фонды ярҙамында һәм «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы булышлығында үткәрелде.

Айгөл Ҡылысбаева.

Читайте нас