Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
28 Июнь , 12:50

Мәсетле, тимәк нурлы ауыл

Төрлө өлкәлә уңышлы эшләгән яҡташтар, мөмкинлектәренә ҡарап, һәр саҡ тыуған ауылына, яҡташтарына ярҙам итә килә. Ғөмүмән, ауылдарҙағы күп кенә ҙур һәм әһәмиәтле эштәр берҙәм көс менән башҡарыла килә. Изгелек эшлә лә һыуға һал, тигән мәҡәлдәгесә, яҡташтарыбыҙ ҡылған эштәрҙе белмәй ҡалған осраҡтар күп. 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән республикала  “Атайсал” тип исемләгән проект башланып киткәндән алып, ҡул көсө менән булһынмы, матди ярҙаммы – кесе ватаны өсөн изге эшкә өлөш индергәндәрҙе күрә, уларҙың эштәрен баһалай башланыҡ.

Мәсетле, тимәк нурлы ауыл
Мәсетле, тимәк нурлы ауыл

Арабыҙҙа хаҡ динебеҙгә һыйыныусылар арта барыуы һөйөнөслө. Ә уларҙың бергә тупланып, ауылдарҙа Аллаһ йорттары төҙөүе уғата ҡыуаныс. Өмбәттәр ҙә шулай, “Атайсал” проекты ярҙамында, 2022 йылда мәсетле булды.

Ауылда мәсет төҙөү өлгөрөп еткән мәсьәлә икәнен аңлап, эшкә тотона: мәхәллә төҙөлә, тейешле тикшереүҙәр үтеп, Башҡортостан Диниә Назаратында теркәлә, мәсет төҙөргә рөхсәт алына.  Изге төҙөлөшкә төрлө тарафта йәшәгән яҡташтар ҡушылып, мөмкин тиклем матди ярҙам күрһәтә. Ә шулай ҙа төп көс, әлбиттә, ауыл халҡына төшә. Ике йылда 62 тапҡыр өмәгә сыҡҡан өмбәттәр. Бөгөн ауыл уртаһында ҡалҡып, тирә-яҡҡа балҡып ултырған мәсет ауылдаштарҙың шул берҙәмлеге, тырышлығы һөҙөмтәһе.

“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы сиктәрендә үткән мәсет асыу тантанаһын ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәгән ине.  Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов яңы асылған мәсеткә  –  балаҫ, ә Өфө ҡунағы Ғүмәр Аҙнабаев тауыш аппаратураһы бүләк итте. Ҡөрьән, намаҙлыҡ бүләк итеүселәр булды.

Ике йыл инде мәсет Өмбәт ауылына нур һәм ҡот биреп тора. Уның төҙөлөшөнә үҙ өлөшөн индергән һәр кем аҙан тауышы яңғыраған һайын ғорурлыҡ кисерәлер, моғайын.

Был, әлбиттә, районда “Атайсал” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған бихисап эштәрҙең береһе генә. Төҙөкләндерелгән шишмәләр, мәсеттәр төҙөү, күпер һалыу һ.б. башҡарылған эштәрҙе һанап бөтөү мөмкин түгел. Ошо арала Аҡдәүләт ауылында ла мәсет асыласаҡ. Район халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға ярҙам итеүҙә лә берҙәм.

Әйткәндәй, тыуған яғыбыҙҙың үҫешенә, уны төҙөкләндереүгә, йәмләүгә үҙ өлөшөн индерергә теләгән һәр кем “Атайсал” проектына ҡушыла ала.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: