Бында өр-яңы мәсет үҙ ишектәрен асты. Мәсеткә нигеҙ өс йыл элек һалынғайны. Иман йорто ауылдан күсеп китеп ҡырҙа йәшәүсе һәм Үрге Муйнаҡта көн итеүселәрҙең матди һәм физик ярҙамы менән төҙөлдө.
Мәсетте асыу тантанаһында район хакимиәте Советы секретары Рәмил Мырҙабулатов, "Маяҡ" йәмғиәте етәксеһе Шәкирйән Ямғуров, Үрге Муйнаҡ ауыл биләмәһе башлығы Даян Атнағолов, райондың барлыҡ хәҙрәттәре, муллалары ҡатнашты.
Ауылда аҙан тауышы тынмаһын, иман йортонда кеше һәр ваҡыт күп булһын!