+21 °С
Облачно
Мәләүез районының Дарьино ауылында 16 йәшлек мотоциклист юл ситенән китеп барған өс кешегә бәрып бәрелгән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә дауаханала 17 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән, 20 йәшлек егет һәм коляскала булған ете йәшлек бала, шулай уҡ мотоциклист дауаханаға оҙатылған. Был хаҡта дәүләт автоинспекцияһына һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте.
Үлемесле авария факты буйынса прокуратура тикшереү ойошторған.