+24 °С
Ямғыр
Тыуған ауылы Өмбәт янында күп үҫә улар! Мәтрүшкәме ул, һарыһымы – айырып тормай, ялан-тауҙарҙа осраған төрлө дарыу үләндәрен йыя. Уларҙы киптереп, шифалы сәйҙәр эшләй. Әйткәндәй, Сабинаның махсус ҡаптарға төрөлгән үлән сәйҙәре ошо көндәрҙә махсус хәрби операциялағы яҡташтарға юлланасаҡ.
- Тыуған яҡтың тәмле үлән сәйҙәре яугирҙәрҙең тәненә лә, йәненә лә шифа булһын, – ти Сабина.