Оҙайлы яуындар юлдарҙың насарайыуына килтерҙе. Ямғыр һайын соҡорҙары ҙурая барған юлдан йөрөү ялҡытҡас, Өмбәт ир-егеттәре Муйнаҡ менән Өмбәт араһындағы юлды рәтләү буйынса өмә ойошторорға ҡарар иткән. Күмәкләп кәңәшләшкәндән һуң, ауыл чатында иғлан һалалар. Ауыл старостаһы Ришат Ҡотошов белдереүенсә, ауылдаштар битараф ҡалмай, кемдер үҙ техникаһында өмәгә сығырға теләк белдерә, ә өмәгә сыға алмағандар һәм ауылдан ситтә йәшәгәндәр яғыулыҡ-майлау материалдарына аҡса күсерә. Тиҙ арала 40 мең һумдан артыҡ йыйыла.
Өмәгә барыһы 15 берәмек техника сыҡҡан. Өмбәттән Илдус Ишбаев, Вилдан Рәхмәтуллин, Ғәббәстән Ғайса Йәғәфәров һәм Мәзиттән Рәис Исмәғилев КУН-лы трактор менән ҡом-таш тейәп торһа, ҡалғандар үҙ трактор-машиналарында юлға ташып түккән. Шулай уҡ “Маяҡ” хужалығынан ярҙамға килгән КамАЗ йөк машинаһы ла ярап ҡалған.
Ауыл яҙмышына битараф булмаған егерменән артыҡ ир-егет ҡул көсө менән ярҙам иткән – түгелгән ҡомдо көрәктәр менән тигеҙләргә ярҙам иткән. Бер ыңғайҙан юлға яҡын үҫкән серек ағастарҙы ла бысҡандар.
Өмбәттәр юлды тулыһынса тигеҙләү өсөн ошо арала тағы бер өмә үткәрергә уйлай. “Инде ҡеүәтлерәк техника һәм яҡшы грейдер йәлеп иткәндә яҡшы булыр ине”, – ти өмбәттәр.
Зәлиә Байғусҡарова.