Кисә кис Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары Белорет районында юғалған дүрт кешене, шул иҫәптән ике баланы эҙләргә сыҡҡан. Ведомствоға төркөм Атыш шарлауығана юлланыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Билдәләнгән ваҡытта уларға тағы ике кеше ҡушылырға тейеш булған, әммә килешелгән урынға килгәс, улар төркөмдө тапмаған.
“Үҙаллы эҙләү һөҙөмтә бирмәгән. Унан һуң 112 һандары буйынса ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр иттеләр”, – тип белдерҙеләр ведомствола.