Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең 2024 йылдың 12 июлендәге 794-р һанлы бойороғона ярашлы, “Трактор” шартлы исеме аҫтында 2024 йылдың 1-30 авгусында республика территорияһында үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм башҡа төр техниканы файҙаланыу өлкәһендә һаҡланыусы законлы ҡиммәттәргә зарар (зыян) килтереү хәүефен профилактикалау буйынса айлыҡ үткәрелә.
“Трактор” айлығын үткәреүҙе координациялау Башҡортостан Республикаһының үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелә һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығына тәҡдим ителә. Шулай уҡ республиканың үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитетына матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә “Трактор” айлығының маҡсаттары һәм бурыстары, үткәреү барышы тураһында мәғлүмәтте ваҡытында киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу бурысы ҡуйыла.