Атайсал
10 Август 2024, 07:05

Путин 80 йәштән өлкән граждандарҙың һәм беренсе төркөм инвалидтарының пенсияларына өҫтәмә түләүҙәр индерҙе

РФ президенты Владимир путин 80 йәштән өлкән пенсионерҙар, шулай уҡ беренсе төркөм инвалидтары өсөн пенсияға ай һайын 1200 һум күләмендә өҫтәмә тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Документ ошо категория граждандарының пенсияһына уларҙы ҡараған кешеләр өсөн компенсация түләүен индерергә мөмкинлек бирәсәк.

Путин 80 йәштән өлкән граждандарҙың һәм беренсе төркөм инвалидтарының пенсияларына өҫтәмә түләүҙәр индерҙеПутин 80 йәштән өлкән граждандарҙың һәм беренсе төркөм инвалидтарының пенсияларына өҫтәмә түләүҙәр индерҙе
Путин 80 йәштән өлкән граждандарҙың һәм беренсе төркөм инвалидтарының пенсияларына өҫтәмә түләүҙәр индерҙе

"2025 йылдың 1 ғинуарынан 80 йәше тулған граждандар, шулай уҡ беренсе төркөм инвалидтары пенсияһына өҫтәп ай һайын 1200 һум аласаҡ, – тип аңлатма бирҙе Дәүләт думаһы рәйесе Вячеслав Володин. – Бының өсөн бер ниндәй ҙә ғариза яҙыу талап ителмәй. Күрһәтелгән түләү автоматик рәүештә тәғәйенләнә".

Был төҙәтмә бындай граждандарҙы ҡарау өсөн өҫтәмәләр иҫәпләү системаһын реформалауға йүнәлтелгән. Эш шунда, хәҙер был 1200 һум күләмендәге түләүҙәрҙе инвалидтарҙы һәм ололарҙы ҡараған эшкә һәләтле кешеләр ала, тип аңлатты Дәүләт Думаһының хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса момитеты башлығы Ярослав Нилов. Хәҙер аҡсаны туранан-тура оло йәштәгеләргә һәм инвалидтарға түләп, йыл һайын индексациялайҙар, тип асыҡлыҡ индерҙе депутат.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас